Википедия:Кәмһетеүгә, янауға һәм дошмансыллыҡҡа юл ҡуймау
Был бит — Башҡорт Википедияһының ҡағиҙәһенән. |
Википедия — энциклопедия төҙөү проекты, ә ҡыҙыҡһыныуҙар буйынса клубтар берләшмәһе түгел. Проектта ҡатнашыусылар — авторҙар коллективы ағзалары, шуға уларҙың үҙ-ара мөнәсәбәттәре берлектәге проекттағы эшкә ҡамасауларға тейеш түгел. Википедияла фекер алышыуҙар, хатта ҡатнашыусыларҙың үҙ-ара хәбәрләшеүе лә, бер генә маҡсатҡа – энциклопедик мәҡәләләрҙе яҡшыртыуға хеҙмәт итергә тейеш. Шунлыҡтан шәхестәргә күсеү Википедияның асылына ҡаршы килә. Ҡатнашыусылар бер-береһен оҡшатмаҫҡа мөмкин, ләкин был хистәр Википедия биттәрендә сағылмаһын.
Һис ниндәй шарттарҙа ла Википедия ҡатнашыусыларына ҡарата шәхсән һөжүмдәргә күсмәгеҙ. Авторҙарҙы түгел, ә мәҡәләләрҙең йөкмәткеһен тикшерегеҙ, дәлилле һөйләшергә тырышығыҙ. Шәхси кәмһетеүҙәр һәм янауҙар бер нисек тә ҡарашығыҙҙы яҡларға ярҙам итмәҫ — улар тик Википедия берләшмәһенә зыян килтерә һәм башҡа ҡатнашыусыларға юғары сифатлы энциклопедия булдырыу өҫтөндә эшләргә ҡамасаулай.
Һәр ҡатнашыусы, мөмкинлектәренә ҡарап, Википедия берләшмәһендә уңайлы психологик климат булдырырға һәм уны һаҡларға тырышырға тейеш. Ҡатнашыусыларҙың ҡайһыһына булһа ла шәхсән һөжүмдәр, уның элекке тәртибе нисек булыуына ҡарамаҫтан, берләшмә асылына ҡаршы килә.
Шуны онотмағыҙ: һәр бер Интернет ҡулланыусы фекер алышыу биттәрендә барған бәхәскә ҡушылырға хоҡуҡлы. Википедияла эшләгәндә һәр ҡатнашыусының тәртибе ҡатнашыусының шәхесенә мисәт һала һәм тотош Википедияның абруйына кире йоғонто яһай. Алсаҡ булығыҙ, һәр ваҡыт тыныс булығыҙ һәм дәрәжәгеҙҙе һаҡлағыҙ. Шулай уҡ төҙәтеүҙәрегеҙҙе тасуирлағанда тупаҫ, рәнйеткес репликалар ҡулланмағыҙ — биттәге текстан айырмалы, был тасуирламаларҙы хаким ярҙамынан тыш юйҙырыу мөмкин түгеллеген онотмағыҙ.
Кәмһетеү
[сығанаҡты үҙгәртеү]Шәхескә һөжүм һәм шәхесте кәмһетеү тип түбәндәгеләр һанала:
[сығанаҡты үҙгәртеү]- Теге йәки был ҡатнашыусыны теге йәки был мәҡәләне яҙа алмай йәки йәше, енесе, милләте, дине, социаль төркөмө, профессияһы, ниндәй ойошмала тороуы йә башҡа билдәһе буйынса Википедияла ҡатнашырға тейеш түгел тип һанау. Ҡатнашыусы ысынлап та ул категорияларға ҡараймы-юҡмы – мөһим түгел.
- Ҡатнашыусының Википедияға индергән өлөшөн төплө һәм ентекле дәлилләмәйенсә (төҙәтеүҙәрен анализламайынса) кире баһалау («ул тролль», «ул насар мөхәррир» һ.б.)[1].
- Ҡатнашыусыны һәм уның тәртибен хис-тойғоло лексика («иҫәр», «аңһыҙ», «истерика», «һүҙ бутҡаһы» кеүек һүҙҙәр), шулай уҡ һүгенеү һүҙҙәре (шул иҫәптән хәрефен алмаштырып йә төшөрөп ҡалдырып һ.б.) ҡулланып баһалау.
- Өҫтөнлөгөңдө ҡулланып, башҡаларҙы кәмһетеү (мәҫәлән, «Мин фән докторы, ә һин кем инде?»).
- Ҡатнашыусының исемен йә/һәм нигын юрамал боҙоу.
- Ҡатнашыусы ниндәйҙер ауырыуҙан, аҡыл йә физик кәмселектән һ.б. яфалана тиеү.
- Википедия мәҡәләләренә һылтанмаларҙы йә кире күренештәргә арналған башҡа тышҡы һылтанмаларҙы ҡатнашыусыға бәйләп ҡуйырлыҡ итеп урынлаштырыу (мәҫәлән, «Һеҙ, %username%, танышығыҙ…»).
Кәмһеткес һүҙҙәр ҡатнашыусы менән тура аралашҡандамы йә башҡа ситуацияла әйтеләме – мөһим түгел. Шулай уҡ кәмһетелгән ҡатнашыусы исеме менән атап әйтеләме йә контекста күҙҙә тотоламы – быныһы ла мөһим түгел.
Шәхесте кәмһетеүҙәрҙе юйҙырыу
[сығанаҡты үҙгәртеү]Фекер алышыуҙа тотош хурлауҙан торған теләһә ҡайһы реплики ҡатнашыусыларҙың ҡайһыһы тарафынан да юйҙырыла ала, тик: Шәхесте кәмһетеүҙәр. Юйҙырылды тигән билдә ҡалдырырға кәрәк.
Өлөшләтә кәмһетеүҙәрҙән торған репликалар ҡатнашыусыларҙың ҡайһыһы тарафынан булһа ла кәмһетеүле өлөшөн юйҙырып мөхәррирләнә ала; тик: Шәхесте кәмһетеүҙәр. Текст үҙгәртелде тигән билдә ҡалдырырға кәрәк.
Янауҙар
[сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡа ҡатнашыусыларға бер ваҡытта ла янамағыҙ:
- юридик эҙемтәләр (йәки судҡа дәғүә биреүҙәр) менән;
- физик яза менән;
- Википедияның икенсе ҡатнашыусыһы хөкүмәт, эш биреүсе йәки башҡа берәй кеше йә ойошма яғынан сәйәси йә дини мотивтар буйынса эҙәрләнеүгә дусар итерҙәй ғәмәлдәр менән.
Бындай янауҙар[2] яһаған ҡатнашыусы кисекмәҫтән оҙайлы мөҙҙәткә йә мөҙҙәтһеҙ, иҫкәртеп йә алдан фекер алышмайынса бикләп ҡуйыла ала.
Ялғанлау һәм боҙоп күрһәтеү
[сығанаҡты үҙгәртеү]Википедияла ялғанлау боҙоп күрһәтеү ҙә ҡағиҙәләрҙе етди боҙоу тип һанала, атап әйткәндә:
- Башҡаларҙың хәбәрҙәрен уларҙың мәғәнәһенә зыян килтерерлек итеп үҙгәртеү йә юйҙырыу, йә башҡаларҙың исеменән хәбәр яҙыу.
- Башҡа ҡатнашыусыларҙың исемен ялғанлауҙа ҡулланыу, уларҙың шәхси биттәренең һәм фекер алышыу биттәренең бик айырылып тормаған күсермәләрен эшләп, йөкмәткеһенә ҡатнашыусыға ҡара яғырлыҡ үҙгәреш индереү.
- Башҡа ҡатнашыусыларҙың исемен ҡулланып, уларҙың шәхси биттәренең һәм фекер алышыу биттәренең бик айырылып тормаған күсермәләрен эшләп, ҡатнашыусыға ҡара яғырлыҡ төҙәтеүҙәр индереү.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[сығанаҡты үҙгәртеү]
Иҫкәрмәләр
[сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Однако негативные оценки вклада участника, даже сопровождающиеся развёрнутой аргументацией и не содержащие экспрессивной лексики, могут нарушать другие правила (в частности, правило об этичном поведении).
- ↑ Такими угрозами не являются предупреждения о нарушениях правил Википедии и грозящих санкциях, однако они могут противоречить другим правилам (в частности, правилу об этичном поведении).